Бөгөн Шишмә районында Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының Сәфәр йорто асылды. Визит-үҙәк Турахан кәшәнәһе янында урынлашҡан. Сәфәр йортон асыу тантнаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Сараға төрлө илдәрҙән мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылды. Хәбәрсебеҙ Әнисә Муллағолова тәүгеләрҙен булып визит үҙәктә экскурсияла булды.
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының Сәфәр йорто былтыр төҙөлә башланы. Ул үҙенсәлекле архитектура ҡоролманы хәтерләтә. Яҡын арала музейға нигеҙ һалына. Радий Хәбиров халыҡ менән аралашыуында ҙур төҙөлөшкә бәйле пландар менән уртаҡлашты.
Киләсәктә Турахан кәшәнәһе янында Башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәге, СПА-шифахана ла төҙөлә.








