Мәскәүҙә бөгөн Һабантуй үтә. Милли байрам илебеҙ баш ҡалаһында йыл һайын ойошторола. Унда беҙҙең республиканан ҙур делегация ҡатнаша. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкләй. Майҙанда башҡорт этноауылы барлыҡҡа килгән. Ҡырмыҫҡалы һәм Ейәнсура райондары вәкилдәре тирмәләр ҡорған, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, милли ризыҡтар менән һыйлай. Андрей Назаров әйтеүенсә, һабантуй – дуҫлыҡ һәм берҙәмлек символы булып тора.
Һабантуйға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ саҡырылды. Улар араһында Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы етәксеһе Замир Йәнтурин бар. Ул өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби бурысын үтәргә саҡырылғайны. Бөгөн Замир Йәнтуринға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме бирелде.
Мәскәү һабантуйы йыл һайын 200 меңгә яҡын кешене йыя. Милли байрам барышында беҙҙең республика артистары баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарына бай концерт программаһын тәҡдим итә.







