Башҡорт дебет шәле патент алды

Шишмә районында Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының сәфәр йортон асыу сараһында документ бирелде. Федераль интеллектуаль милек хеҙмәте танытмаһын Республика Башлығы Радий Хәбировҡа Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова тапшырҙы. Патент “Башҡорт дебет шәле” тигән географик атаманы ҡулланыу буйынса айырым хоҡуҡ бирә. Дебет шәл йәки шал – ул кәзә йөнөнән бәйләнгән йомшаҡ ҡабарынҡы яулыҡты аңлата. Ул ысын мәғәнәһендә Башҡортостандың бренды булараҡ иҫәпләнә. “Патент алыуҙа Ейәнсура районы ҙур көс һалды. Ул ошондай юғары ҡаҙанышҡа ирешкән тәүге муниципалитет булды”, - ти Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева.

Башҡорт дебет шәле патент алды

Башҡортостанда быға тиклем “Башҡорт аты” һәм “Башҡорт ҡурайы” тигән атамаларға патент алынғайны.

Фото №1 - Башҡорт дебет шәле патент алды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ