Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында Сәфәр йортон асыу сараһында Ғосман Ҡөрьәне һәм Остромир Евангелиеһы күсермәләре күрһәтелде. Ҡулъяҙмалар Башҡортостан Милли музейынан Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейына һаҡлауға бирелде. Бина төҙөлөп бөткәнгә тиклем экспонаттар Сәфәр йортона ҡуйылды. Ғосман Ҡөрьәне – Ташкент музейындағы изге китаптың берҙән-бер алтын күсермәһе. Уның төп нөсхәһе 100 йыл элек Өфөлә һаҡланған. Остромир Евангелиеһы XI быуатта Бөйөк Новгородта яҙылған. Ҡулъяҙмалар күсермәләре былтыр һәм быйыл “Китап байрамы” барышында Башҡортостанға тапшырылды.








