Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙылар. Былтыр 24 меңгә яҡын пар рәсми никахҡа ингән. 100-ҙән ашыу кәләш һәм 6 кейәү 18 йәшкә тиклем ғаилә ҡороп өлгөргән. Рәсми никахҡа ингән парҙарҙа 29 меңдән ашыу бала тыуған. Улар араһында малайҙар бер аҙ күберәк булған. Республика кешеләре йышыраҡ 20-34 йәштәрҙә өйләнә.Ғаилә көнө уңайынан республикала төрлө саралар үтә. Төп байрам йылдағыса Бөрөлө ойошторола. Ҡалала Ғаилә фестивале уҙғарыла.







