Бөгөн иртән Стәрлетамаҡтағы гараж кооперативтарының береһендә янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ярты сәғәт эсендә уттың таралыуын туҡтата, һәм тағы ла 10 минуттан янғын һүндерелә. Ҡаза күреүселәр теркәлмәй, шулай ҙа биш автомобиль зыян күрә. Транспорт саралары бер-береһенә яҡын торған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, гараждарҙың береһендә автомобилдәр ремонтланған булған. Әле ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
Бөрйән районының Байназар ауылы янында «Хёндай» туристик автобусы янып киткән. Унда Силәбе өлкәһенән 43 кеше, шул иҫәптән дүрт бала, Шүлгәнташҡа экскурсияға китеп барған булған. Бәхеткә күрә,бараһы ла автобустан үҙаллы сыҡҡан. Транспортҡа ҡапҡан ут һүндерелгән. Пассажирҙарҙы тәғәйенләнгән урынға килтереү өсөн Силәбе өлкәһенән резерв автобус ебәрелгән. Уға тиклем туристар урындағы мәғариф бүлеге автобусы менән Иҫке Собханғол мәктәбенә оҙатылған.



