Башҡортостан вәкилдәре “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша

Мәртәбәле сара бөгөн Екатеринбургта башланды. Башҡортостан күргәҙмә майҙансығында айырым стенд тәҡдим итә. Унда республиканың сәнәғәт һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу була. “Форумда мөһим осрашыуҙар үткәрергә ниәтләйбеҙ”, - тип белдерҙе премьер-министр Андрей Назаров. Ул хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә видеоэлемтә аша ҡатнашты.

Башҡортостан вәкилдәре “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша

Форум барышында сәнәғәт сәйәсәтен алып барыу буйынса рейтинг иғлан ителә. Былтыр Башҡортостан унда 3-сө урын алды.

Фото №1 - Башҡортостан вәкилдәре “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ