Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, полицияға 24 кеше мөрәжәғәт иткән. Ишембайҙан 32 йәшлек егеткә Федераль именлек хеҙмәтенән ялған шылтыратыу килгән. Хоҡуҡ һаҡсылары уның исеменә кредит алырға маташыуҙарын әйткән. Быны булдырмаҫ өсөн егеткә үҙенә алдараҡ аҡса юлларға һәм уны “хәүефһеҙ иҫәп”кә күсерергә ҡушылған. Мутлашыусыларға ышанған кеше яҡынса 2 миллион һумын юғалтҡан. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция шикле телефон номерҙарына яуап бирмәҫкә һәм тиҙ ышанып бер ҡайҙа ла аҡса күсермәҫкә кәңәш итә.







