Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләнеләр

Бөгөн Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү өсөн ойошторолған республика фестивале матур йолаға ярашлы Бөрө ҡалаһында үтте. Байрамда халыҡ ижады күргәҙмәһе, йәрминкә, коляскалар парады, уйындар һәм концерт уҙғарылды, Изге Петр һәм Февронияға һәйкәл асылды. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән парҙарҙы ҡотлап, «Әсәлек даны», «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалдарын тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә бағышланған фестиваль йылдағыса шау -гөрөп килеп, сағыу мәҙәни программа менән үтте . Бөрөнөң Октябрь майҙанында ойошторолған сара ҡала кимәлендә генә түгел , инде бер нисә йыл республика кимәлендә үтә . Урындағы халыҡ һәм башҡа төбәктәрҙән йыйылған ҡунаҡтар яҡын кешеләре , туғандары , дуҫтары менән был майҙансыҡта рухи көс туплап, изге байрамды билдәләне.

Биләмәлә кәсепселәр майҙансығы, гастрономик фестиваль ойошторолдо. Керамик әйберҙәр яһау, тимер, ағас эше, сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Бейеү флешмобы, коляскалар парады ла байрамға йәм өҫтәне. Асыҡ һауала ҡунаҡтар һәм Бөрөләр былау, билмән, тәм-томдар менән һыйланды.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне . Ғаилә көнө уңайынан бында Изге Петр һәм Февронийаға һәйкәл асылды. Православ дине изгеләре ғаилә ҡиммәтрен һаҡлаусы, татыулыҡ өлгөһө образдары булып тора һәм 8 июлдә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла скульптура композицияһын асыу йолаһы билдәле. Бөрөлә һәйкәл Мәскәү өлкәһе скульпторы Петр Добаев проекты буйынса эшләнгән .

Сарала оҙаҡ йылдар бергә йәшәп татыу ғүмер иткән ғаиләләргә дәүләт наградалары тапшырылды. Уларҙы тантаналы шарттарҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.»Әсәлек даны», «Ата-әсә ҡаһарманлығы», «Герой әсә» миҙалдары үҙ эйәләрен тапты.

Һуңғы 10 йылда республикала күп балалы ғаиләләр һаны 27 процентҡа артҡан. Төбәктә бер миллиондан ашыу ғаилә йәшәй, уларҙа өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнеүселәр байтаҡ.

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ