Өфөлә яман шеш менән яфаланған балалар өсөн байрам ойошторолдо

Өфөлә яман шеш менән яфаланған балалар өсөн дә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан байрам ойошторолдо. Ул Якутов паркы майҙанында үтте.

Туғандар ярҙамы улар өсөн иң кәрәкле нәмә. Бәләкәй Мәҙинә ҡурҡыныс сир менән 2 йәштә осраша. Һуңғы 3 йылда ул яман шеш менән өлкәндәрсә көслө көрәшә һәм еңә. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ул һәр көндөң ҡәҙерен аңлап, һәр минутҡа шатланып йәшәй.

Мәҙинә генә түгел, байрамға килгән һәр кем ауыр ваҡыт кисергән һәм кисерә. Кескәйҙәрҙең ҡайһы берҙәре яман шеш менән әле һаман көрәшә, кемдер ремиссияла, кемдер өсөн дауахана стеналары ҡурҡыныс төш һымаҡ артта ҡалған. Әммә Ғаилә көнөндә улар сирҙән бер көнгә булһа ла арынып, байрамға шатлана.

Байрамды бер төркөм ирекмән әсәйҙәр ойошторған. «Твори добро» хәйриә фонды менән бергә улар дауаханаларға ла барып, яман шеш менән яфаланған кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәләренә ярҙам күрһәтә.

Байрам майҙанында ла ата-әсәләргә психолог ярҙамы ла күрһәтелде. Иң мөһиме, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә байрамдан күтәренке кәйеф менән ҡайтты. Ә позитив фекер йәшәргә ярҙам итә.

Рәзилә Ғилметдинова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ