Республика сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингта беренсе урын алды. Бөгөн Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында исемлек менән таныштырҙылар. Былтыр сәнәғәт тармағында етештереү 6,5 процентҡа артҡан. Быйыл 6 айҙа был күрһәткес 7,4 процентҡа еткән. “Башҡортостанда уңышлы эшләгән предприятиелар күп. Нефть эшкәртеү, химия, нефть химияһы, машиналар эшләү компаниялары ҡеүәтле. Коронавирус пандемияһы һәм санкцияларға ҡарамаҫтан улар үҫешен туҡтатманы”, - ти иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов.
Республикала ойошторолған йылдам иҡтисади үҫеш биләмәләре, “Алға” зонаһы, индустриаль һәм техно парктар иҡтисадты үҫтереүҙә этәргес булып тора. Шулай уҡ тармаҡ һәм сәнәғәт кластерҙары һөҙөмтәле эшләүен күрһәтте тигән фекерҙә Рөстәм Ахунов.
Екатеринбургта “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе 11 июлгә тиклем дауам итә. Унда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнаша.







