1938 йылдың 10 июлендә яҙыусы, шағир, ғалим, артист, дәүләт эшмәкәрҙәре атып үлтерелә. Нахаҡҡа ғәйепләнеп репрессияланғандар араһында яҙыусылар Ғабдулла Амантай, Булат Ишемғол, Төхфәт Йәнәби, Дауыт Юлтый, дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин, БАССР-ҙың халыҡ артисы Вәлиулла Мортазин-Иманский, йырсы, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, актер һәм режиссер Мәкәрим Мәһәҙиев һәм башҡалар була. "Сәйәси золом ҡорбандарын онотмаҫҡа һәм биографияларын ентекләп өйрәнергә кәрәк", - ти тарихсы Азат Ярмуллин.







