Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса лидер. Бөгөн Екатеринбургтағы «Иннопром» күргәҙмәһендә 2023 йыл йомғаҡтары буйынса рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителде. Ул биш блоктың 42 күрһәткесе нигеҙендә төҙөлгән. Рейтингта икенсе урынды Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе бүлешә, өсөнсөлә Краснодар крайы. Халыҡ-ара күргәҙмә абруйлы рейтингта еңеүҙән тыш эшлекле осрашыуҙарға, хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә лә бай булды. Радий Хәбиров федераль кимәлдәге етәкселәр менән осрашып киләсәккә эш йүнәлештәрен дә барланы. Бөгөн Башҡортостан экспозицияһы менән Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин да танышты. Екатеринбургтағы «Иннопром» күргәҙмәһенең иң иҫтәлекле мәлдәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Бөтә төбәктәрҙә Башҡортостан һымаҡ эшләһә коммунизмда йәшәр инек, тип шаярта республика экспозицияһын ҡараған ҡунаҡтар. Был һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар. Рейтинг күрһәткестәре лә ошо хаҡта һөйләй. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса уңышлы һәм һөҙөмтәле сәнәғәт сәйәсәте Башҡортостанда. Тотош Рәсәй буйынса. Республика абруйлы рейтингтағы алдынғы позицияһын кире ҡайтарҙы. Мәғлүм булыуынса, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы 2020 йылдан Рәсәй субъекттары башҡарма власть органдарының сәнәғәт өлкәһендәге эш һөҙөмтәһен баһалай. Башҡортостан 2020 һәм 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 1-се, ә 2022 йылда өсөнсө урынды биләй. Был юлы республика йәнә беренсе баҫҡыста.
Эксперттар фекеренсә, юғары баһа эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек һөҙөмтәһе. Ил күләмендәге рейтингтағы беренсе урын республика етәкселегенең дөрөҫ юлдан барыуын иҫбатлай. Башҡортостанда сәнғәт үҫеше өсөн тейейшле һәм лайыҡлы шарттар тыуҙырылған. Ә үҫеш күрһәткесе илдәге уртаса һандарҙан юғары.
«Иннопром» күргәҙмәһендә Башҡортостан башлығы «Камаз» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин менән дә осрашты. Һөйләшеү республика менән автогигант араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү хаҡында барҙы. Төбәктең өс предприятиеһы Камаз менән эшләй, киләһе аҙнала Нефткамала эшлекле кәңәшмә уҙғарырға ниәтләйбеҙ, тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, күргәҙмәлә Башҡортостанда етештерелгән электромоторҙар ҡуйылған, элек уларҙы сит илдән һатып лағандар . Был моторҙар көнкүреш техникаһында ла, дрондарҙа ла ҡулланыла ала.
Башҡортостанда станоктар төҙөүҙе һынау лабораторияһы барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Был турала һүҙ Радий Хәбировтың Техник көйләү һәм метерология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Антон Шалаев менән осрашыуында барҙы. Республикала станоктар төҙөү сәнәғәт кластеры булдырылған, техник тикшереүгә ихтыяж ҙур. Һынау үҙәге асыу станоктар эшләү сәнәғәтен үҫтерергә этәргес яһаясаҡ.
«Иннопром» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙанында ҡуйылған Башҡортостан экспозицияһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин да булды. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, стендта Башҡортостандаңы алдынғы предприятиеларныда етештерелгән продукция, проекттар урын алған. Бында заманса осоу аппараттарынан алып ер транспорты макеттарына тиклем күрергә мөмкин.
Бай йөкмәткеле күргәҙмә, эшлекле осрашыуҙар, хеҙмәттәшлек килешеүҙәре. Башҡортостан өсөн «Иннопром» быйыл да иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Был үҙ сиратында киләсәк уңыштарға ла ныҡлы нигеҙ һәм йүнәлеш булып тора.
Екатенринбургта уҙған «Иннопром» 14-се халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе тамам. Сәнәғәт сәйәсәте рейтингында Башҡортостан беренсе урында, был ҡатмарлы осорҙа ла власть һәм бизнестың бер төптән эшләүе, уйланылған сәйсәт һөҙөмтәһе.
Рәмзиә Кәримова



