Ғафури районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүен дауам итә

Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүен дауам итә. Урындағы мәҙәниәт йортонда маскировка селтәрҙәрен үреүгә уҡытыусылар һәм битараф булмаған ауыл халҡы ҡушылған. Ирекмәндәр иртәнге сәғәт 9-ҙан төнгә тиклем эшләй.

Ауылдан махсус хәрби операцияла мобилизация буйынса саҡырылған 10 һәм хәрби бәрелешкә үҙ теләге менән ҡушылған яугирҙар ҡатнаша. Ирекмәндәр яҡташтары өсөн йылы кейем, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һәм башҡа гуманитар ярҙам да туплай. Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттар хөрмәтенә мемориал да асҡан. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары янында урынлашҡан стенд янына хәтер ташын улар Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы гранты ярҙамында ҡуйған.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ