Әлеге ваҡытҡа мал ҡышлатыуға 106 мең тоннанан ашыу мал аҙығы әҙерләнгән. Сенаж запасы ла артҡандан-арта. Йәшел масса 440 мең тонна әҙерләнгән, был планлаштырылған күләмдең 40 проценты. Белгестәр билдәләүенсә, ҡышлатыуға аҙыҡ менән тәьмин ителеү шартлы мал башына 4 центнер самаһы тәшкил итә. Урал аръяғында ла мал аҙығы әҙерләү етеҙ темта бара. Ейәнсура районында ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы туплаусы фермерҙар янында БЮТ ижади төркөмө лә булды. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Быйыл тәбиғәт ауыл хужалығы эшсәндәрен селлә көндәре менән һынай, быға ҡарамаҫтан аҙна буйына һуҙылған ҡойма ямғырҙары менән дә ҡыуандыра. Ер тулыһынса ҡороп бөтмәй, етәрлек кимәлдә дым менән ҡаплана, ти белгестәр. Ә был үҙ сиратында аграрийҙар өсөн мөһим булған йәшел масса, күп йыллыҡ үләндәр һәм бесән үҫешенә ыңғай тәьҫир итә. Ейәнсура фермерҙары быйылға уңышҡа зарланмай. Бесән яҡшы үҫкән, хужалыҡтарҙа запастар киләһе йылға ла етерлек итеп әҙерләнә.
Яңы Петровское хужалығы аграрийҙары ла быйыл мал аҙығы әҙерләүгә иртә тотонған. Техниканы алдан хәстәрләгәндәр. Сенаж һалыу өсөн Дон-680 комбайны һатып аынған. Аҙна барышында 1100 тонна йәшел масса әҙерләнгән, хужалыҡта тағы ла 1000 тонна сенаж һалынасаҡ.
230 гектарҙа экспарцет үләне үҫтерелә. Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған культура сифаты һәм туҡлылҡлығы буйынса клевер һәм люцернан һис ҡалышмай, уны ҡулланған мал тимпанит менән сирләмәй, ти белгестәр. Аграрийҙар фекеренсә, экспарцетты гектарынан 3,5-4 тонна, йәшел массаны 25-40 тонна урыррға мөмкин.
Быйылғы ҡойма ямғырҙар бесән һәм күп йыллыҡ үләндәр үҫешенә булышлыҡ иткән. Ейәнсура аграрийҙары бындай форсаттан файҙаланып мал аҙығын бер-нисә йылға етәрлек күләмдә әҙерләп ҡалырға тырыша.
Гүзәл Борханова






