Башҡортостан ғалимдары Алтын Урҙа заманында йәшәгән ата-бабаларыбыҙ һынын тергеҙгән

Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдары Алтын Урҙа заманында йәшәгән ата-бабаларыбыҙ һынын тергеҙгән. Башта Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләрендә табылған ике ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ һөйәктәре 3Д моделгә күсерелгән. Һуңынан антропологтар ул замандағы кеше йөҙөн тарихи ысынбарлыҡҡа тура килтереп тергеҙгән һәм бюст итеп һынландырған. Был маҡсатта ғалимдар вуз-ара кампус лабораторияһындағы аддиктив ҡоролмалар менән файҙаланған. Әйткәндәй, ошо уҡ технология буйынса башлыса пациенттарға төрлө протездар эшләнә. Тергеҙелгән моделдәр бөгөн Шишмә районындағы Күсмә цивилизациялар музейына ҡуйылған. Унда килгән һәр кем Алтын Урҙа заманында йәшәгән ата-бабаларабыҙ йөҙө менән таныша ала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ