Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Баймаҡ районында йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан граждандар менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар араһында билдәле уҡытыусылар ҙа. медицина хеҙмәткәрҙәре лә, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары ла, депутаттар ҙа, йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә бар. Һәр береһен тыуған төйәгенең бөгөнгөһө, киләсәге борсой. Осрашыуҙа ла улар ерле халыҡты борсоған көнүҙәк проблемаларҙы күтәрҙе. Азат Шамил улы һорауҙарҙы ентекле тыңланы, яуаптар бирҙе. Һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы, фәһемле булды. Власть менән халыҡ араһында бәйләнеш булыуы иғтибарға лайыҡ, ти осрашыуҙа ҡатнашыусылар.






