Белорет быуаһында 7 йәшлек малайҙы һыу ағымы алып киткән

Ҡот осҡос фажиғә видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшөрөлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дүрт бала һыу инеп йөрөгән булған. Бер мәлдә малайҙарың береһе шлюзға яҡын йөҙөп бара һәм көслө ағым уны тартып ала. Ҡазаға тарыусы һыу аҫтына китеп, башҡаса сыҡмай. Ҡалған балалар ярға сығырға өлгөрә. Әлеге ваҡытта малайҙың кәүҙәһе табылмаған. Был хәл буйынса тикшереү эштәре бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ