Махсус хәрби операцияға 300 тоннаға яҡын гуманитар ярҙам, граждан өсөн тапшырыуҙар циклы һәм халыҡҡа психологик ярҙам күрһәтеү проекты. Был Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының былтырғы эштәренең бәләкәй өлөшө генә. 2023 йылда тормошҡа ашырылған бурыстар ведомство етәксеһе Данияр Абдрахманов рәйеслегендә үткән матбуғат конференцияһында барланды. Йәмәғәт палатаһы яуаплылығында - милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, һайлауҙар ойоштороуҙы күҙәтеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыар һәм уларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы күҙәтеү һәм башҡа бурыстар. Әңгәмә аҙағында алдағы көндәргә лә маҡсаттар билдәләнде.






