Шишмә районында Турахан кәшәнәһе янында буласаҡ комплекстың Сәфәр йорто асылды. Бында үҙенсәлекле карта ҡуйылған. Ул ағастан эшләнгән. Музей етәксеһе Николай Григорьев әйтеүенсә, туристар картаға ҡарап Алтын Урҙа дәүерендәге биләмәләрҙе күҙ алдына килтерә ала.
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейында башҡорт халҡы тарихына ҙур урын бирелә. Сәфәр йортонда экспонаттар араһында боронғо документтар күсермәләре күрһәтелгән.
Евразия күсмә халыҡтар цивилизиацияһы музейы янында киләсәктә ҙур туристик комплекс барлыҡҡа килә. Бында Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәге, “Күскенсе” тигән СПА-шифахана төҙөлә.




