Өфөлә боронғо һыу һурҙырғыс башняһы биләмәһе тәртипкә килтерелә

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Телеүҙәк артында урынлашҡан ҡоролма янында ут үткәрелә, шулай уҡ текә яр янында кәртәләр ҡуйыла. Һыу һурҙырғыс башняһын ҡала милкенә тапшырыу буйынса эш алып барыла. 1901 йылда төҙөлгән бина ташландыҡ хәлдә ҡала ине. Заманында бында телескоп ҡуйылған һәм обсерватория булған. “Тиҙҙән үҙенсәлекле тарихи төҙөлөш биләмәһе туристик урындарҙың береһенә әйләнәсәк”, - тигән фекерҙә Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

Фото №1 - Өфөлә боронғо һыу һурҙырғыс башняһы биләмәһе тәртипкә килтерелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ