Баш ҡалала медицина учреждениелары яңыртыла. Быйыл һәм алдағы 5 йылда Өфөләге 100-ҙән ашыу поликлиникаға капиталь ремонт үткәреү ҡарала. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләй.
Башҡортостанда балалар поликлиникалары өсөн берҙәм дизайн проекты булдырылған. Өлкәндәр поликлиникаһы өсөн дә дөйөм стиль әҙерләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Өфөләге яңыртылған объекттар быйыл октябрь-ноябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.




