Республикала 1 июндән башлап 13 мең ярым бала имгәнгән

Бөгөн Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Ҡыҙҙар һәм малайҙар  йышыраҡ велосипед, самокат һәм роликтарҙа йөрөгәндә, батутта һикергәндә имгәнә. Уларҙың аяҡ-ҡулдары, умыртҡа бағанаһы һына, мейе һелкенә. Электр самокаттар һайлаусылар ауыр имгәнеүҙәр ала. Аҙна һайын балалар травмпункттары 4-5 пациентты дауаханаға ебәрә. Уларға ауыр операция яһарға, тимер конструкциялар ҡуйырға тура килә”, - тип яҙған ведомство башлығы.  “Иғтибарлы һәм һаҡ булыу йәрәхәттәрҙе иҫкәртеүҙең ышаныслы юлы. Ата-әсәләр балаларға өлгө күрһәтергә, уларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтергә тейеш", - тигән министр.   

Фото №1 - Республикала 1 июндән башлап 13 мең ярым бала имгәнгән
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ