Өфөлә Шаҡша күпере ремонтҡа ябылды. Ул 24 июлдә асыла

Водителдәр “М-5” трассаһы һәм Көнсығыш сығыу юлынан үтә ала. Дим-Шаҡша-Дим маршруты буйынса ҡала яны поездары арттырылған. Көн һайын таңғы сәғәт 5-тән киске унға тиклем был участкала 30 поезд йөрөй. Баш ҡала хакимиәте вәкиле Константин Паппе белдереүенсә, Көнсығыш сығыу юлы иң уңайлы вариант булып иҫәпләнә. 

Өфөлә Шаҡша күпере ремонтҡа ябылды. Ул 24 июлдә асыла

Шаҡша күпере ябылыуға бәйле Пугачев урамында тығындар арта. Унда төҙөкләндереү алып барыла. “Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында сфетафорҙарҙың эшен көйләнек”, - ти Константин Паппе.

Өфөлә Шаҡша күпере ремонтҡа ябылды. Ул 24 июлдә асыла

Транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова белдереүенсә, биҫтәлә йәшәгән халыҡ өсөн “Бәхетле сәғәт” акцияһы ғәмәлдә була. Автобустан электричкаға һәм электричканан автобусҡа күсеп ултырғанда сәғәт дауамында бер билет менән түләмәйенсә йөрөргә мөмкин. Шаҡша күперендә хәрәкәт 24 июлдә асыла. Ремонт тулыһынса 2025 йылда тамамланырға тейеш.

Фото №1 - Өфөлә Шаҡша күпере ремонтҡа ябылды. Ул 24 июлдә асыла
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ