Республика йәштәре “Аҫылташ” төбәк-ара мәғариф форумында ҡатнаша ала. Әле ғариза ҡабул итеү бара. “Сарала ҡатнашыусылар һаны арта, форумдың даирәһе киңәйә”, - тип белдерҙе Башҡортостан йәш яҡташтар берлеге рәйесе Айбулат Йәмилов.
“Форум йәштәр өсөн яңы белем алыу урыны булып тора”, тигән фекерҙә Башҡортостан йәш яҡташтар берлегенең медиа бүлеге етәксеһе Дилә Йәһүҙина .




