Программа алты йәшкә тиклемге бер балаһы булған ғаиләләргә ҡағыла. Ипотека шулай уҡ бәләкәй ҡалалаларҙа, төҙөлөш күләме түбән йәки шәхси үҫеш программалары булған төбәктәрҙә йәшәгән, ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән, инвалид бала ҡараған ғаиләләргә бирелә. 6 процент ставкаһы менән ғаилә ипотекаһы 2030 йылға тиклем ғәмәлдә була, тип белдерәләр Финанс министрлығынан.







