Законға ярашлы кандидаттарҙы теркәү 11 июлгә тиклем иҫәпләнгән. «Яңы кешеләр» партияһы кандидаты Илшат Тимерйәнов тә Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына хуплау ҡултамғалары менән исемлек тапшырҙы. Уның эшмәкәрлеген хуплап ҡала, муниципалитет советтарынан 450-ҙән ашыу депутат ҡултамға ҡуйған.
Ҡултамғалар тикшереү үткәс кандидатты теркәү йәки кире ҡағыу процедураһы уҙғарыла. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов билдәләүенсә, республикала һайлауҙарға әҙерлек штатлы режимда, закон талаптары буйынса ойошторола. Төбәктә Башҡортостан башлығын һайлау өс көн дауамында - 6, 7, 8 сентябрҙә үтә.



