Махсус хәрби операция башланғандан алып Ейәнсура районынан 21 гуманитар ярҙам оҙатылған

Яугирҙарға тыл ярҙамы. Махсус хәрби операция башланғандан алып Ейәнсура районынан 21 гуманитар ярҙам оҙатылған. Төбәк халҡы һалдаттар заявкаһы буйынса аҙыҡ-түлек, маскировкалау селтәре, гигиена кәрәк-яраҡтары,киптерелгән үләндәр һәм домшандың пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡланыу өсөн махсус ҡорамалдар менән ярҙам итә.

Рәмил Мырҙабулатов Ейәнсура районында махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү өсөн яуаплы. Гуманитар ылауҙарҙы 6 тапҡыр үҙе оҙата барып фронттағы яҡташтарына тапшырған. Алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мөһимлеген яҡшы аңлай.

Рәхмәтле яугирҙар уға хәрби хеҙмәт барышында тултырған көндәлектәрен, шәхси әйберҙәрен һәм хатта шартлаған дошман снарядтары ярсыҡтарын тапшырған. Был артефакттар тиҙҙән хәрби-дан музейында урын аласаҡ һәм йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерәсәк.

Кабинеттан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар өҙөлмәй. Был юлы ла «Айыу» ҡушаматлы яугир ишек ҡаҡты. Рәмил Урал улы хәрби үтенесе буйынса пилотһыҙ осоу аппараты тапшырыласағы хаҡында белдерҙе.

Сәғәтенә 80 километр тиҙлек менән хәрәкәт иткән пилотһыҙ осоу аппараттарын асыҡлауҙа был беҙгә ҙур ярҙам буласаҡ. Кәрәкле ҡорамал һатып алғандары өсөн район халҡына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Райондаштар беҙҙе ауыр ваҡытта ташламай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа.

«Бабай» ҡушаматлы яугир

«Бабай «ҡушамалы яугир иң беренсе булып ҡыуаныслы яңылыҡты хәләле менән бүлеште.

Тормош иптәшемде отпускыға көтөп алдыҡ. Район халҡынан бындай ҙур бүләк тапшырылыуына рәхмәтлебеҙ. Барлыҡ яугирҙарҙы ла Еңеү менән көтәбеҙ.

«Бабай» ҡушаматлы яугир ҡатыны

Яугирҙарға бер теләк - дошманды еңеп, иҫән-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһындар.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ