Ғиззәт Ямантаевтың крәҫтиән-фермер хужалығы йәйләүендә төбәк хужалыҡтарының һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма ҡасырыу операторҙары араһында ярыш үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Конкурс дүрт этапта уҙҙы. Тәүҙә ауыл эшсәндәренең теория буйынса белемдәре тикшерелде. Артабан ҡатын-ҡыҙҙар һауын аппаратын ваҡытҡа һүтеп-йыйҙы, һауынсылар практик белемдәрен һынаны. Санитар талаптарҙы үтәп, һыйырҙы һауымға әҙерләне. Конкурстың был этабында һөттөң сифаты, таҙалығы ла баһаланды.
Яһалма аталандырыу буйынса белгестәр ҙә ғәмәли һәм теоретик белем буйынса һынау тотто. Шулай уҡ улар лабораторияла оҫталығын күрһәтте, малдарҙы аталандырыуға әҙерләне.
Бәйгегә 9 һауынсы һәм яһалма ҡасырыусы 4 техник сыҡты. Ярыш бик көсөргәнешле барҙы, сөнки бында үҙ эшендә бай тәжрибә туплаған малсылар йыйылған ине. Һәр кем иңдәрҙән-иң булыр өсөн бар тырышлығын, белемен, оҫталығын һалды.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса һыйырҙы машина менән һауыу операторҙары араһында Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативынан Ғилмияза Мазһарова, ә осеменаторҙар араһында Күлтабан ауылынан Илнур Рәмиев еңеү яуланы. Йола буйынса, киләһе конкурс алдыңғы тип табылған һауынсы ерендә үтәсәк.
Рүзилә Ғүмәрова






