Билдәле булыуынса, йәмәғәтселек тарафынан танылыу алған иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн йыл һайын өс дәүләт премияһы тапшырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса быйылдан һәр премияның күләме арттырылды һәм хәҙер ул 1 миллион һум тәшкил итә. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына ғаризалар ҡабул итеү 15 июлдә тамамлана.






