“Башҡортостан” киностудияһынан белдереүҙәренсә, фильмдың сюжеты буйынса төп герой берҙән-бер ейәнен махсус хәрби операцияға хеҙмәт итергә ебәрергә теләмәй. Уны туҡтатыу өсөн ул егеттең бетеүен алып ҡала. Үҙенең хатаһын аңлағас, бетеүҙе гуманитар ылау менән ебәрергә тырыша, әммә был еңел булмай. Фильм Ишембай районында һәм унда йәшәгән халыҡтың өйҙәрендә төшөрөлә.







