Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларының һәм ветерандарының слеты үтте

Рухи яҡтан көслө булғандар хаҡында. Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларының һәм ветерандарының етенсе слеты үтте. Был хаҡта киләһе яҙмала.

Слетты асыу тантанаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған һигеҙ яугирҙең ғаиләләренә вафатынан һуң Батырлыҡ ордены һәм Миңлеғәле Шайморатов исемендәге миҙалдар тапшырылды. Улар иҫтәлегенә бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде.Биш һалдат үҙ наградаларын шәхсән ҡабул итте.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ - был күптәнге хәҡиҡәт. «Хәрби туғанлыҡ» тың Урал аръяғы бүлексәһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр саҡ ярҙам итә. Был юлы улар һалдаттарға антидрон плащтар, бензобысҡы тапшырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәленә сәскәләр һалды.

Слетта ҡатнашыусылар хәрби-спорт ярыштарында үҙҙәренең сыҙамлығын һәм таһыллығын күрһәтте. Улар тиҙлеккә Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, сәпкә атыу һәм ташлау, йүнәлеште билдәләү буйынса көс һынашты.

Урал Аръяғы хәрби хәрәкәттәре ветерандарының традицион слеты хәрби туғанлыҡты нығытыуҙы, ветерандар хәрәкәтен артабан үҫтереүҙе раҫлаған сираттағы мөһим сара. Был юлы ул Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан хәрби хәрәкәттәр ветерандарын һәм уларҙың ғаиләләрен йыйҙы.

Рүзилә Ғүмәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ