Әбйәлил районының Салауат ауылына 350 йыл

Салауат республикаға билдәле шәхестәр биргән, тәүге хоспис асылған данлыҡлы ауыл. Ерле халыҡ тарихи датаны ла арҙаҡлы яҡташтарын йыйып, абруйлы ҡунаҡтар саҡырып, оло ҡор менән билдәләне. Байрам алдынан Салауатта социаль объекттар төҙөкләндерелде, йорт-ҡуралар тәртипкә килтерелде, шәжәрәләр барланды. Ауыл йыйыны иҫтәлекле осрашыуҙарға ла, йыр-моңға ла, милли уйындарға ла бай булды. Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Салауат-Әбйәлил районының иң тарихи ауылдарының береһе. Уның барлыҡҡа килеүе буйынса бер нисә фараз йәшәп килә. Ауылдың исемен милли геройыбыҙ Салауат Юлаевҡа бәйләүселәр ҙә бар. Шулай уҡ Салауатҡа 1656-сы йылдарҙа Әбүзәр бей нигеҙ һалған тигән вариант та теркәлгән. Нисек кенә булмаһын, барлыҡ тарихи мәғлүмәттәр ҙә хозур төбәктә урынлашҡан был ауылдың бик боронғо булыуын иҫбатлай.

Салауат Башҡортостанға күренекле шәхестәр биргән тарихи ауыл. Ошо төйәктә тыуып үҫкән кешеләрҙең береһе билдәле хирург-онколог, колопроктологияға нигеҙ һалған ғалим Ишмырҙа Һиҙиәтов. Ишмырҙа Хәйернур улы 2000 йылда Салауат ауылында хоспис та аса. Рәсәйҙәге иң тәүге ауыл хосписы. Был медицина учреждениеһы бөгөн дә эшләп килә. Салауаттар арҙаҡлы яҡташтары менән хаҡлы ғорурлана. Ауылда Ишмырҙа Һиҙиәтовҡа һәйкәл ҡуйылған. Ғалимдың эшен уҡыусылары дауам итә. Байрамда ҡатнашыусылар араһында Ишмырҙа Һиҙиәтовтың уҡыусыһы профессор, медицина фәндәре докторы Вил Тимербулатов та бар.

Салауатта әйтеүенсә, ауылдың тарихы данлыҡлы, бөгөнгөһө матур, киләсге өмөтлө. Урында мәктәп, балалар баҡсаһы уңышлы эшләп килә. Ерле халыҡ тарихи датаға ла лайыҡлы әҙерләнгән, йорт-ҡура, урамдар тәртипкә килтерелгән, төҙөкләндерелгән.

Салауат йыйыны мәҙәни программаға ла, милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла бай булды. Йыр-моңға маһирҙар сәхнәне гөрләтте, состар, таһылдар майҙанда бил һынашты, ат ярышында ҡатнашты. Байрам тарихи ауылдың йылъяҙмаһын яңы сағыу биттәр менән байытты, быуындар күсәгилешлеген нығытты.

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ