Зәйнулла Әмин улы 1906 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәтәл ауылында тыуа. Ауыл мәктәбендә, һуңынан Өфө ҡалаһында рабфакта уҡый. “Зәйнулла Ихсановтың исеме Башҡортостан медицинаһы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Ул һәләтле ғалим, оҫта ойоштороусы булды”, - ти билдәле ғалим Вил Тимербулатов.
“Зәйнулла Ихсанов остаздарымдың береһе. Ул минең тормошомда ҙур урын алып тора”, - ти медицина фәндәре докторы, профессор Марат Аҙнабаев.
Зәйнулла Ихсановҡа мемориаль таҡтаташ баш ҡаланың Революция урамындағы 39-сы йорттоң диуарына ҡуйылды.




