Республика Хөкүмәтендә һыу инеү миҙгеленә бәйле хәл ҡаралды. Вице-премьер Ирек Сәғитов Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Йәй башланғандан алып 50 кеше һыу ҡорбаны булған, улар араһында 6-һы балалар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы матбуғат ехҙмәткәре Ленария Ямалетдинова һөйләй.
Илдә йәй башынан 1 меңдән ашыу кеше һыуҙа һәләк булған. Уларҙың 200-гә яҡыны балалар.







