Өфө гимнын яҙыу буйынса конкурсҡа һайлап алыу тамамланды. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, унда төрлө йәштәге профессиональ һәм үҙэшмәкәр авторҙар ҡатнашҡан. Баһалама ағзаһы, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
“Өфөнө данлап” тигән Бөтә Рәсәй конкурсының аҡсалата фонды 100 мең һум. Еңеүселәрҙе бүләкләү 31 августа Өфөнөң 450 йыллығын байрам иткән көндә була.




