Хәйбулла районы Ҙур Арыҫланғол ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән

Урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итеүенсә, ҡойма ямғыр һәм көслө ел ваҡытында 20-гә яҡын ағас ҡолаған, ауыл эсендәге бәләкәй күпер, ауыл клубы ҡыйығы емерелгән, электр һәм бәйләнеш селтәре өҙөлгән. Бәхеткә күрә, халыҡ һәм шәхси йорттар зыян күрмәгән. Ауыл кешеләре көсө менән урамдар йығылған ағастарҙан таҙартыла, шулай уҡ ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн район үҙәгенән трактор һәм МАЗ автомашинаһы ебәрелә

Бөрйән районында ла көслө ямғырҙан һуң Һөйәнәк йылғаһы ташҡан, Байғаҙы ауылында күпер ағып киткән. Яңы Усманда юлдар һәм ике ихата алды һыу аҫтында ҡалған. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә Башҡортостандың күпселек төбәктәрендә оҙайлы, көньяҡта һәм көнсығышта иһә көслө ямғырҙар көтөлә тип иҫкәртә. «Урыны менән йәшен, ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүе фаразлана. Таулы һәм көньяҡ райондарҙа йылғаларҙың ҡапыл ташыуы, гидротехник ҡоролмаларҙа ағымдың артыуы көтөлә. Урыны менән һыуҙың туғайҙарға сығыуы һәм уйһыу урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал», - тип хәбәр итә «Башгидрометүҙәк» белгестәре.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ