Өфөлә күренекле ғалим, медицина фәндәре докторы Зәйнулла Ихсанов иҫтәлегенә «түңәрәк өҫтәл» ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында үткән сарала ғалимдың яҡындары, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре йыйылды. Зәйнулла Әмин улы Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән. Мәскәү медицина институтын тамамлап ул оҙаҡ йылдар Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән. Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры вазифаһында уҡыу йортон үҫтереүгә, дөйөм ятаҡты киңәйтеүгә, уҡыу программаһын камиллаштырыуға ҙур өлөш индергән.
Зәйнулла Ихсановтың яҡты иҫтәлегенә шәхес йәшәгән йортта хәтер таҡтаһы асылды. Бынан тыш Башҡорт дәүләт медицина университетында ла уның исемен мәңгеләштереү күҙаллана. Зәйнулла Әмин улы Бөйөк ватан һуғышында ҡатнашып икенсе дәрәжә ватан һуғышы ордены кавалеры исеменә лайыҡ булған. Медицина фәндәре докторы Зәйнулла Ихсанов 40-тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.






