Башҡорт телен хәҙер «Туған тел» ҡушымтаһы менән тиҙ һәм еңел генә өйрәнергә мөмкин. Уның өсөн көнөнә ни бары биш минут ваҡыт бүлеү етә. «Ҡушымтала бөгөн башҡорт теле буйынса 20 дәрес бар. Милли кейемдәге геройҙар башҡорт теленә интерактив форматта өйрәтә. Дәрестәрҙе Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре әҙерләй. Бер үк ваҡытта «Туған тел» ҡушымтаһы хакерҙар һөжүменә лә дусар булды. Әле бының буйынса техник саралар күрелә. Теманы Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Туған тел» ҡушымтаһы ярҙамында башҡорт телен тиҙ һәм еңел генә өйрәнергә мөмкин. Бының өсөн көнөнә ни бары биш минут ваҡыт бүлеү ҙә етә. Яңылыҡ йәмәғәтселеккә иғлан ителеп тә өлгөрҙө, ошо уҡ көндө ҡушымта хакерҙар һөжүменә дусар булды.
Проекты тормошҡа ашырыуҙа 50-нән ашыу телсе, методист һәм психологтар командаһы ҡатнашҡан. Мең кеше ҡатнашҡан һорау алыу һөҙөмтәһе буйынса, «Туған тел» ҡушымтаһы телде өйрәнеүҙең иң һөҙөмтәле һәм ҡыҙыҡлы ысулы тип баһаланған. Аудио һәм видеодәрестәр, интерактив квестар, ҡыҙыҡлы тарих һәм йолалар - туған телде өйрәнеүҙе еңел һәм уңайлы итә.
Был яңылыҡ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының берҙәм көсө ярҙамында тормошҡа ашырылған. Ойошма белгестәренең республика айтишниктары менән башҡорт телен донъяуи кимәлдә танытҡан проекттары ла бик күп.
Ә йәмәғәтселек араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан аҡыллы коллонка бөгөн республика мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында киң ҡулланыла. «Һомай» менән башҡорт һәм рус телдәрендә аралашырға мөмкин, һорауҙарға яуап бирә, тәржемә итеү функцияһы бар, халыҡ ижады өлгөләре менән таныштыра.
Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект. «Һомай» колонкаһының башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыуҙа әһәмиәте ҙур. Заманса алымдар һәм технологиялар ярҙамында уҡыу-уҡытыу процесы ла күпкә мауыҡтырғыс та.
Республика башлығы гранты ярҙамында, ғөмүмән, төбәктә бик күп проекттар тормошҡа ашырыла килә. Быйыл иң күләмлеһенән Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант, «Мин башҡортса һөйләшәм» сараларын ғына айырым билдәләргә мөмкин. Был эштең башы ғына, ти фонд белгестәре.
Азат Ғәлиуллин






