Башҡортостан халҡы һуңғы тәүлектә мутлашыусыларға 6 миллион һум аҡса күсергән

Был башлыса закон боҙоусыларҙың яңынан-яңы мутлашыу схемаларын уйлап табыуға бәйле. Һанлы мөмкинлектәр үҫеү менән кибермутлашыусылар һаны ла арта. Уларҙан халыҡты һәм инвесторҙарҙы яҡлау - төп бурыстарҙың береһе, тине Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров бөгөн Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты. Унда билдәләнеүенсә, әле төбәктә халыҡтың финанс грамоталылығын арттырыу буйынса махсус программалар эшләй. Әйтәйек, «Финанстар тураһында әңгәмә» мәғариф проектында 2 тиҫтә меңгә яҡын республика халҡы ҡатнашҡан.

Проблемалар бар, тик ғөмүмән, республика иҡтисад йүнәлешендә ышаныслы бара. Әйтәйек, Башҡортостан Ислам банкингы тормошҡа ашырылған 4 субъекттарҙың береһе. Төбәктәге Торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы күрһәткестәре лә юғары. Бынан тыш, Башҡортостан Милли инвестиция рейтингында тәүге 3 төбәк исемлегендә. Түңәрәк өҫтәл барышында Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты рәйесе Анатолий Аксаков Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған иҡтисад проектарын юғары баһаланы. Атап әйткәндә, «Алға» махсус иҡтисади зонаны билдәләп үтте. Әйткәндәй, Дәүләт эшмәкәре сығышы менән Башҡортостандан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ