Сарала Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары, Сибай ҡалаһынан ир-егеттәр һәм уларҙың яҡындары ҡатнашты. Слет барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған 8 яугирҙең яҡындарына Батырлыҡ ордены һәм Миңлеғәли Шайморатов миҙалы тапшырылды. Биш һалдатты сәхнәлә бүләкләнеләр. Уларҙың береһе өләшләтә мобилизацияланған Шах ҡушаматлы яугир. “Бындай саралар хәрби туғанлыҡты нығыта, ветерандар хәрәкәтен үҫтерергә мөмкинлек бирә”, - тигән фекерҙә ул.
“Беҙ батыр егеттәребеҙҙе күрергә килдек. Яҡындарыбыҙ ҙа хәрби хеҙмәттә”, - ти Рәсимә Солтангилдина һәм Гөлсирә Сабаева.
Слетта ҡатнашҡандар хәрби-спорт ярыштарында ҡатнашты. Улар Калашников автоматын һүтеп-йыйыу, сәпкә атыу, йүнәлеште билдәләү буйынса көс һынашты. “Беҙҙең ир-егеттәр сыҙамлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө”, - ти Руслан Сыңғыҙов һәм Рәмис Әмиров.
Слет барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға кәрәк-яраҡтар тапшырылды. Хәрбиҙәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәленә сәскә һалды.






