Үҙҙәре йәшәгән төбәкте төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйған был конкурстың ойоштороусылары булып яҡташтар, төрлө ерҙә уңышлы эшләп йөрөүсе ауылдаштар, Башҡортостандың Йәштәр йәмәғәт палатаһы, Баймаҡ районы хакимиәте һәм Татлыбай ауыл советы торҙо. Тулыраҡ БЮТ хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала.
150 йорттан торған Йәнйегет ауылында күпселек ерле халыҡ йәшәй. Һәр береһе тырышып донъя көтә. Туғыҙ йыллыҡ мәктәп, фельдшер акушерлыҡ пункты бар. Мәҙәниәт усағына, мәсеткә халыҡ теләп йөрөй. Кемдәрҙер шәхси хужалыҡ булдырһа, ҡайһы берҙәре Сибай ҡалаһына йөрөп эшләй. «Өлгөлө йорт» конкурсында 22 ихата ҡатнашырға теләк белдергән.
«Өлгөлө йорт» конкурсында ‐ өй, кәртә-ҡураның тышҡы ҡиәфәте; таҙалыҡ һәм бөхтәлек; биләмәнең зауыҡ менән биҙәлеүе; йәшелләндерелеүгә төп иғтибар бүленде. Һәр ҡатнашыусы ҙур ихласлыҡ менән әҙерләнгән. Ҡайһы бер ғаиләләр өсөн ишек алдының төҙөк булыуы - күңел талабы.
Атай нигеҙен һаҡлаусылар ҙа айырым иғтибарға лайыҡ булды. Ауылдан ситтә йәшәп тә, тыуып үҫкән йорттарын ташламай, һыуытмай, уны тәрбиәләп тороусылар, быуындар бәйләнешен һаҡлап йәшәүселәр ҙә билдәләнде.
Йәнйегет ауылын төҙөкләндереү маҡсатында үткәрелгән «Өлгөлө йорт», «Атай нигеҙен һаҡлаусылар» конкурсы еңеүселәре араһында гран‐при, алдыңғы урын алыусыларға бесән сапҡыс, ҡайрау, үткерләү станогы, һыу һурҙырғыс, иретеп-йәбештереү аппараты һәм һәр ғаилә ағзаһына Сибай ҡалаһындағы ял һәм күңел асыу урындарына юлламалар тапшырылды.
Раушания Рәхимова






