Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле Красный Луч ҡалаһында урамдарҙың береһенә асфальт түшәлгән. Быйыл Луганск халыҡ республикаһында бер нисә ҡала һәм ауылда 26 километр юлдарҙы төҙөкләндереү ҡарала. Эштәр йыл аҙағынаса тамамланырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта юл хеҙмәттәре Башҡортостанда ла ремонтты әүҙем алып бара. Быйыл республикала 1 мең километр оҙонлоҡта юл тәртипкә килтерелә.




