Быйыл ул 30 мең ғаиләгә тапшырылған. “Йорт һәм фатирҙарға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын ҡуйыу фажиғәле осраҡтарҙы иҫкәртергә, кеше ғүмере һәм мөлкәтте һаҡлап ҡалырға ярҙам итә”, - ти Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Булат Хәйретдинов.
Республикала мөмкинлеге сикләнгәндәр GSM-модулле янғын иҫкәртеү ҡоролмалары менән тәьмин ителә. Проект Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Прибор ишетеү һәм күреү һәләтенән мәхрүм ҡалған 1-се төркөм инвалидтары, шулай уҡ йөрөй алмаған кешеләр йәшәгән йорттарға ҡуйыла. Благовещен, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Тәтешле райондарында һынау үтеү урыны итеп һайланған. Унда аталған категорияға ҡараған 1 мең 347 кеше йәшәй.







