Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Яңы белем биреү үҙәге Башҡорт дәүләт медицина университеты бинаһында урынлашҡан. Бында биология һәм биоинженерия өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн алты лаборатория булдырылды.





