Башҡортостанда үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис итәбеҙ. Был турала Үзбәкстандың Ҡарағалпаҡстан Юғары советы рәйесе Аманбай Орынбаев белдерҙе. Парламент етәксеһе рәйеслегендәге сит ил делегацияһы Өфөгә эшлекле сәфәр менән килде.
Бөгөн ҡунаҡтар Республика менән идара итеү үҙәгендә граждандар мөрәжәғәттәренә яуап биреү системаһы менән танышты. Артабан кәңәшмә барышында туғандаш республика етәкселеге вәкилдәре ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы. Атап әйткәндә, былтыр Үзбәкстан Башҡортостан менән тышҡы сауҙа итеү буйынса 5-се урында килгән һәм иҡтисади бәйләнеш арта ғына. Башҡортостандан Үзбәкстанға минераль, химия сәнәғәте продукциялары, ә Үзбәкстандан Башҡортостанға металл, текстиль һәм башҡа әйберҙәр килтерелә. Бынан тыш, республикалар гуманитар, мәҙәни, мәғариф, фән йүнәлештәрендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 2022 йылда Ташкентҡа тиклем авиабәйләнеш тергеҙелә.
Эшлекле сараларҙан һуң, Ҡарағалпаҡстан делегацияһы Башҡортостан башлығы оҙатыуында Мортаза Рәхимов һәйкәле менән танышты. Артабан эшлекле төркөм Миңлеғәли Шайморатов мемориалына сәскәләр һалды.



