Башҡортостан ғалимдары онкологияға ҡаршы сара уйлап табыу өсөн тағы ла бер аҙым яһаны. Яман шеш һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы тыумыштан килгән иммунитетты Башҡорт дәүләт медицина университетының яңы фундаменталь медицина институты хеҙмәткәрҙәре өйрәнәсәк. Бөгөн ғилми медицина учреждениеһын асыуҙа Башҡортостан башлығы, Дәүләт Думаһы депуттары ҡатнашты. 3 ҡатлы объектта урынлашҡан 6 лабораторияла ғалимдар күҙәнәктәрҙе тергеҙеү, һынауҙар өсөн 3д биомоделдәр төҙөү, импланттар сығарыу менән шөғөлләнер, тип көтөлә. Проект «Өҫтөнлөк-2030» программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылған.
Лабораториялар биопринтер, сканерлау микроскопы кеүек алдынғы ғилми ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Институтта башлыса йәш ғалимдар эшләй. Уларҙың эшмәкәрлеге өсөн дәүләт тарафынан гранттар бүленә. Фундаменталь медицина институты заманса техник база нигеҙендә ғилми генә түгел, практик белем үҙәге булмаҡсы. Бында булдырылған медицина алымдары киләсәктә һаулыҡ һаҡлауҙа ҡулланылыр, тип көтөлә.



