Өфөлә автобус хәрәкәтенә төҙәтмәләр индерелде һәм Шаҡша күперенең төҙөкләндереүгә бәйле, ҡала яны поезд составы арттырылды. Бындай ҡарар юл үткәргес ябылғандан һуң, тәүге 2 көндә хәлде күҙәтеү йомғаҡтары буйынса ҡабул ителде. Был турала республиканың Юл хужалығы һәм транспорт министрлығында үткән брифинг барышында әйтелде. Шулай уҡ чиновниктар күперҙә алып барылған эштәр менән яҡындан танышты. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Төҙөлөш 2025 йылдың беренсе яртыһында тамамланырға тейеш. Был турала Ратмир Мәүлиев, күптән ремонт талап иткән объект менән танышҡандан һуң хәбәр итте. Өфө ҡала хакимиәте башлығы төҙөлөштө ҡарап сыҡты һәм эштең сифатын тикшерҙе.
Шаҡша менән Черниковканы тоташтырыусы Өфө йылғаһы аша һалынған күперҙе төҙөкләндереү уҙған йылдың июлендә башлана. Әлеге ваҡытта юл үткәргестең яртыһында эш тамамланған тиерлек. Күперҙең ябылыуы асфальт-бетон ҡатнашмаһын һалыуға әҙерләү өсөн кәрәк.
Әлеге мәсьәләгә бәйле, Өфө ҡала хакимиәте, пассажирҙар компаниялары, подрядсы һәм транспорт ойошмаһы вәкилдәре журналистар һорауҙарына яуап бирҙе. Матбуғат конференцияһында һүҙ төҙөлөш барышы, автомобиль һәм тимер юл транспорты хәрәкәте, шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәр өсөн урау юл тураһында барҙы.
Автобустар хәрәкәте махсус рәүештә электропоездар расписаниеһы менән йәнәш итеп төҙөлгән, шуға ла биҫтә халҡы ваҡытында йәмәғәт транспортына күсә ала.
Ҡала яны поездары таңғы 5-тән 22 сәғәткә тиклем һәр ярты сәғәт һайын йөрөй. Ошо маҡсатта электр транспорт рейсы арттырыла. Шулай ҙа шәхси транспорт менән файҙаланыусылар өсөн дә альтернатив ысулдар бар. Шаҡшанан баш ҡала үҙәгенә Өфөнөң көньяҡ урау йәки Көнсығыш сығыу юлы аша барып етергә мөмкин.
Күперҙә автомобиль хәрәкәтен ябыу 24 июлгә тиклем ғәмәлдә ҡаласаҡ. Эш барышын республика башлығы чиновниктарға транспорт менән бәйле хәлде күҙәтергә һәм халыҡҡа үҙгәрештәр хаҡында хәбәр итергә ҡушты.
Азат Ғәлиуллин






