Ул Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының селекция үҙәгендә үтте. Профилле белгестәр иген, ҡуҙаҡлы, техник культураларҙың тиҫтәләгән сорттары үҙенсәлектәре хаҡында аңлатма бирҙе, сәсеүлектәрҙе күрһәтте. Агрономдар яңы сорттар менән танышты, «Орлоҡсолоҡ тураһында» яңы закон һәм «Орлоҡсолоҡ» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы үҙенсәлектәрен өйрәнде. Сара орлоҡсолоҡҡа, белгестәрҙең селекция ҡаҙаныштарына арналды. Орлоҡсолоҡҡа арналған киләһе семинар-кәңәшмә Дәүләкән һәм Әбйәлил райондарында уҙыр тип көтөлә.






