Баҫыу өҫтөндә пилотһыҙ осоу аппараты. Стәрлебаш районында эшләүсе фермер Вадим Кинйәбыҙов мул уңыш йыйып алыуы өсөн ауыл хужалығының алдынғы технологияларын үҙләштерә. Әле үк баҫыуҙарҙа дрондар үҫемлектәрҙе эшкәртә, барлыҡ техника глонасс системаһына тоташтырылған, орлоҡтарҙы сәсеү No Till технологияһына ярашлы үтәлә. Йәш фермерҙың заманса хужалығын беҙҙең ижади төркөм барып күрҙе. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Дронды күккә күтәрер алдынан уны башта ерҙә һынап ҡарайҙар. Унан һуң махсус ҡушымтаға баҫыу майҙаны, үҫемлектәрҙе эшкәртеүгә бәйле техник задание яҙыла. Пилотһыҙ осоу аппараты секундына 13 метрға тиклем осоу ҡеүәтенә эйә, ә багы 40 литр химик матдәне һыйҙыра ала.
Мультиротор тибындағы пилотһыҙ осоу аппараты Вадим Кинйәбыҙовтың хужалығында икенсе йыл рәттән ҡулланыла. Былтыр майҙан алып сентябрь аҙағына тиклем дрон 4 мең гектарға яҡын баҫыуҙы бөжәктәрҙән, ҡый үләндәре һәм ауырыуҙарҙан эшкәрткән. Ауыл хужалығының киләсәге пилотһыҙ осоу технолгияһына бәйле буласаҡ, тигән фекерҙә фермер.
Вадим Кинйәбыҙовтың хужалығында быйыл рапс, етен, ярауай һәм ужым бойҙайы, көнбағыш орлоҡтары сәселгән. Улар барлығы 2 мең 600 гектар тәшкил итә. Ниндәй баҫыуға ҡайһы культура сәселәсәге 2029 йылға тиклем билдәләнгән. Урып-йыйыу эшен 20 августан башлау күҙҙалана. Әле уңышты йыйып алыуға әҙерлек бара. Техника ремонтлана, яңы келәттәр төҙөлә. Эш барышын фермер компьютер аша күҙәтә.
Махсус система ҡеүәтле техниканың торошон, атап әйткәндә, двигатель, май температураһын, яғыулыҡ кимәлен күрһәтә. Водителдәрҙең ҡасан эшкә сыҡҡанынан алып нисә сәғәт йөрөгәндәренә тиклем күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Стәрлебаш районы хакимиәте производстоларға алдынғы технологияларҙы индереү маҡсатында эшҡыуарҙар менән йыйылыштар, шәхсән осрашыуҙар үткәрә. Башҡа райондарҙа, күрше төбәктәрҙә ҡулланылған иң яшҡы тәжрибәне үҙләштереү мөһим, тигән ферекерҙә улар.
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың ауыл хужалығы ойошмалары балансында 10 килограмдан ашыу ауырлыҡтағы биш дрон бар. Планға ярашлы, киләһе йылдан йыл һайын 30-40 берәмек мульииротор тибындағы техниканы һатып алыу күҙаллана. Шулай итеп, 2030 йылға ауыл хужалығында ҡулланылған пилотһыҙ осоу аппараттары паркы 270 берәмек тип баһалана. Уларҙы һатып алыу өсөн субсидия һәм льготалы лизинг федераль программаһы ғәмәлдә. Бынан тыш тағы ла дәүләт ярҙамы сарларын әҙерләргә тәҡдим ителгән.
Әлфинә Килдейәрова






